Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Ҡуйһары ауылында йәшәүсе Венера Шәймөхәмәтова ошо көндәрҙә үҙенең 70 йәшен билдәләй. Уҡытыусы, йырсы һәм башҡорт халыҡ ижадын үҫтереүсе тип белә яҡташтары. Силәбеләр уны яратып «Арғаяш һандуғасы» тип атайҙар.
Венера Сөнәғәт ҡыҙы менән мин һикһәненсе йылдарҙан танышмын. Минең педагогик хеҙмәт юлым Арғаяш районының Ҡуйһары мәктәбендә, уның менән бер кабинетта башланды. Ул саҡта беҙ туған тел һәм музыка дәрестәре өсөн бер кабинетҡа һыйынып татыу йәшәнек. Иңгә-иң терәп мәктәптә төрлө саралар уҙғарабыҙ, ауылдарҙа концерттар менән сығыш яһайбыҙ. Мин шиғырҙар уҡыйым, ә ул ҡурай кеүек моңло тауышы менән яҡташтарын моңға сорнай ине.
Хоҙай тарафынан бирелгән һәләтен ергә күмеп ҡуйманы. Халыҡ һөйөүен тойоп ул әленән-әле халыҡ алдына сыҡты. Уның эстрада йырҙарынан башланған репертуары халыҡ ижады өлгөләре менән байый, башҡарыу оҫталығы даими камиллаша барҙы. Уның ижад офоҡтарын күпкә киңәйә, халыҡ ижады ынйыларын йыйып өйрәнә. Ул шулай «Арғаяш һандуғасы» тигән маҡтаулы исем ала.
Венера Шәймөхәмәтова 1948 йылдың 2 ноябрендә Арғаяш районының Ҡуйһары ауылында тыуа. Силәбе педагогия училищеһын тамамлағас, тыуған ауылында башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Йөрәгендә йыр-моңға булған сикһеҙ һөйөү уны музыка уҡытыусыһына ҡайтара. «Атайым ҡурайсы, әсәйем халыҡ йырҙарын яратып башҡарҙы», — тип оло ихтирам менән телгә ала.
Уҡытыусының ике ҡулы ла бер ҡасан да буш булманы, береһе — балаларҙа, ә икенсе ҡулы халыҡ ижадында ине. Мәктәптә эшләгән саҡта вокалистар ансамле ойоштора. Бына шундай бәйләнеш уның ижад теҙгенен бушатмай, киреһенсә, яңы үрҙәргә күтәрә лә инде.
Ҡурай тартһаң көй була тигәндәй, йырлай-йырлай халыҡ күңелен нурлай торғас ул үҙенең музыкаль дискын туплай. 2009 йылда Өфөлә«Йырҙарым бар йырлаға» тигән тәүге музыкаль альбомы сыҡһа,2012 йылда «Мөнәжәттәр» тип исемләнгән икенсе дискаһы менән яҡташтарынһөйөндөрә. Уның был музыкаль дискалары туған тел уҡытыусылары өсөн тыуған яҡты өйрәнеүҙә әһәмиәтле сығанаҡ булды.
Венера Шәймөхәмәтованың музыкаль репертуары бай. Эстрада һәм башҡорт халыҡйырҙары, бәйеттәр һәм таҡмаҡтар, туй йолаһына ҡараған сеңләүҙәр һәм дини йөкмәткеле мөнәжәттәр. «Ғүмер уҙа», «Һыу буйлап», «Һандуғас», «Оҙата барам», «Томан» кеүек халыҡ йырҙары, ауылдаштары тарафынан сығарылған «Әсә бәйете» һ.б. ошондай халыҡ ижады гәүһәрҙәре тәүге музыкаль дискаһына туплана.
Уның сауаплы эштәре йәнә шунда: ул яҡташтарынан байтаҡ мөнәжәттәр яҙып ала. Арғаяш башҡорттары халыҡ рухын өмөт-ышаныс менән һуғарыусы дини жанрҙы айырыуса ҡәҙерләп һаҡлай. Венера Сөнәғәт ҡыҙы шуларҙы сәсәниә булып ихлас башҡара. «НәғимәВәкилова, Бәһнән Яҡупова һ.б. инәйҙәрҙән мөнәжәттәр яҙыпалдым. Аят уҡыған ваҡытта шуларҙы башҡарһам, ауылдаштарҙың күңелдәре йомшарып, күҙҙәренә йәштәр килә…» — тип һөйләй мөнәжәттәрҙең арбау һәм сихри көсө хаҡында.
Быйыл апрель айында Аҡмулла әҙәби берекмәһенең илле биш йыллығын билдәләнгән көндәрҙә Өфөнән бер төркөм яҙыусылар килде. Силәбе ҡалаһының Төҙөүселәр мәҙәниәт һарайында күркәм байрам сараһы булып уҙҙы. Силәбе сәфәренән ҡайтҡас шағирә Лариса Абдуллина:“Венера Шәймөхәмәтова сығышы менән Өфөләге академик йырҙарҙан арындырып, халҡыбыҙ моңдарына сорнаны. Бына, исмаһам, кеше йырлай: интектермәй ул йырҙы, моң эсенән ағыла ла ағыла,” — тип, һоҡланып, бик хаҡлы яҙып сыҡҡайны.
Венера Шәймөхәмәтова “Ирәндек моңдары”, “Оҙон көй” халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурстары лауреаты. Бөтөн Рәсәй үҙешмәкәр сәнғәт смотрында Силәбе өлкә Мәҙәниәт Министрлығының миҙалы менән бүләкләнә.Уның лайыҡлы исеме «Арғаяш башҡорттарының рухи донъяһы» тигән энциклопедик характерлы китапҡа ингән.
Ҡамса Мортазин,
филолгия фәндәре кандидаты, Силәбе ҡалаһы