Арғаяшта иң оҫта башҡортса шаяртыусылар билдәләнде

Арғаяшта икенсе тапҡыр башҡорт КВН-ы үтте. Райондың иң шаян һәм шуҡ егет-ҡыҙҙарының тамашаһын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте.

КВН-да Арғаяш аграр техникумынан һәм Ҡорман, Бәжекәй, Аяҙғол мәктәбенән дүрт команда көс һанашты. Ҡатнашыусылар визитка, өй эше, капитандар ярышында үҙҙәренең отҡорлоҡтарын, таҫыллыҡтарын күрһәтте. Шулай уҡ залдан бирелгән һорауҙарға ла яуап биреү талап ителде. Башҡортса КВН балаларҙы туған телгә һөйөү уятыуҙа ышаныслы бер алым, тигән фекерҙә ойоштороусылар. Уйынға әҙерләнгән ваҡытта ҡатнашыусылар телмәр өҫтөндә генә түгел, мәҙәниәт, тарихты өйрәнеү буйынса ла ҙур эҙләнеү эше башҡара. Еңеүсе тип Аграр техникумдың «Дуҫлыҡ» командаһы танылды. Уларҙың сәхнәлә үҙҙәрен тотошо, туған телдә иркен аралашыуы жюри ағзаларының күңелен яуланы. Киләсәктә матур йолаға әүрелгән сара тағы ла үҫешер, яңы һулыш алыр, тигән өмөттә таралыштыҡ.

Записи созданы 667

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован.

Похожие записи

Начните вводить, то что вы ищите выше и нажмите кнопку Enter для поиска. Нажмите кнопку ESC для отмены.

Вернуться наверх