Екатеринбург ҡалаһында башҡорт мәҙәниәте фестивале үтте. XIV тапҡыр уҙғарылған сара быйыл шәжәрәгә арналды. Ойоштороусылар билдәләүенсә, ғаилә тарихын өйрәнеү тотош башҡорт халҡы үткәненә ҡыҙыҡһыныу уята, милли үҙаңды формалаштырыуға булышлыҡ итә. Тулыраҡ киләһе сюжетта.
Фестиваль сиктәрендә түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Башҡортостан, Свердловск һәм Силәбе өлкәләре ғалимдары һәм тарихсылары үҙ сығыштарында шәжәрәне өйрәнеүҙең әһәмиәте хаҡында һөйләне, нәҫел ағасын төҙөү буйынса методик тәҡдимдәр кәңәш итте.
Әйтеп үтергә кәрәк. Башҡорт үҙәге етәкселәре Уралдың аҫаба халҡы – башҡорттарҙың милли һәм мәҙәни ҡомартҡыларын үҫтереү һәм һаҡлау проблемаһына өлкә хәкимәите хеҙмәткәрҙәрен дә йәлеп иткән. 2002 йылдан алып Башҡорт мәҙәниәте фестивален үткәреү буйынса Свердловск өлкәһе губернаторы ҡарар ҡабул иткән һәм сара Башҡортостан Республикаһының Урал төбәгендәге вәкиллеге менән берлектә үткәрелә.
2008 йылда Башҡорт үҙәге тырышлығы менән өлкәнең Красноуфимск районында Салауат Юлаевҡа обелиск булдырыла. Шулай уҡ Екатеринбург ҡалаһының урамдарының береһе башҡорт халҡының данлыҡлы энергетигы Тәҡиулла Әлиев исемен йөрөтә. Свердловск башҡорттары яҡташының исемен Башҡортостанда ла мәңгелләшетереү ниәте менән яна.
Нурия Иҡсанова, Силәбе ҡалаһы