Мәсет төҙөүселәргә Аллаһы Тәғәлә Йәннәт Һарайы вәғәҙә итә

Күптән түгел Силәбе ҡалаһында хәйриә концерты уҙғарылды. Тамашала йыйылған аҡсалар Арғаяш районы Ҡуйһары ауылында мәсет төҙөүгә тапшырылды.

Аллаһ йортон төҙөү кәрәклеген Ҡуйһары ауылы уҙаманы Нариман Шәрәфетдинов күтәреп сыға. Силәбе өлкәһе халҡы аҡһаҡалдың тәҡдимен дәррәү күтәреп ала: кемдер бушлай мәсет диуарын һалыша, ҡыйығын ябыуға булышлыҡ итә, ҡатын-ҡыҙҙар иһә аш-һыу әҙерләй, бәғзеләр матди ярҙам күрһәтә.

Әлеге көндә мәсет бинаһы әҙер, йылылыҡ һәм һыу үткрәреү, ихатаны ипкә килтереү, йыһазландырыу кеүек эштәр ҡалған. Концерт барышында илле меңдән ашыу аҡса йыйылды.

Ауылдаштар мәсет янында тирмә фомаһындағы ашхана, музей йә иһә башҡа төрлө милли һыҙатлы ҡорамалалар барлыҡҡа килер, тип хыяллана. Шул уңайы, Аллаһ йорто райондың ғына түгел, барлыҡ Көньяҡ Уралдың йөҙөк ҡашына әйләнер, иншаллаһ.

 Нурия Иҡсанова, «Уралым» гәзитенең баш мөхәррире

Записи созданы 738

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Похожие записи

Начните вводить, то что вы ищите выше и нажмите кнопку Enter для поиска. Нажмите кнопку ESC для отмены.

Вернуться наверх