Силәбе өлкәһенең үҙ башҡорт асыҡ КВН лигаһы барлыҡҡа килде

Көньяҡ Урал башҡорттарының «Шаяндар һәм отҡорҙар» үҙ клубына ихтыяжы булыуы электән килгән мәсьәлә. Өлкә мәктәп уҡытыусылары, урындағы ҡоролтай ағзалары фекеренсә, был уйын формаһы йәш быуында туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙең иң ҡулай сараһы булып тора. Балалар үҙҙәре үк уйында ҡатнашырға ҙур теләк белдерә. Шулай ҙа Өфөләге Башҡорт асыҡ КВН лигаһы үткәргән сараларға барыу бер ни тиклем уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра.

Беренсенән, балаларҙы алып йөрөү өсөн һуңғы ҡанундарға ярашлы махсус ҡулланмалар менән йыһазландырылған транспорт табыу, уны яғыулыҡ менән тәьмин итеү, ашатыу, йоҡлау урыны табыу кеүек мәсьәләләр матди сығым талап итә. Икенсенән, ата-әсәләр сабыйҙарын алыҫ араға ебәрергә ҡурҡыңҡырай. Тағы ла Силәбе өлкәһе башҡорттарының әҙәби телдә шартлатып һөйләшеүсе башҡортостанлылар менән бер майҙанда көс һынашыуы бер ни тиклем ғәҙел түгел. Эш төбәк диалекты үҙенсәлектәренә һәм силәбеләрҙең мәктәптәрҙә күп осраҡта туған телде йә факультатив рәүештә, йә иһә республика менән сағыштырғанда күпкә кәм сәғәттәр менән уҡыуҙарына ҡайтып ҡала.

2015 йылда Арғаяш ҡоролтайы урындағы аграр техникум менән берлектә башҡорт КВН-ын үткәрҙе. Башта был сарала бары тик студенттар ғына ҡатнашһа, икенсе йылына иһә, тирә-яҡтағы ауыл мәктәптәренән тупланған өс уҡыусылар командаһы ла ҡушылды.

Быйыл шаяндар һәм шуҡтар хәрәкәтен Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге, өлкә башҡорттары ҡоролтайы, башҡорт халыҡ үҙәге, район хакимиәттәре лә үҙ ҡарамағы аҫтына алды. Силәбе башҡорт эстрадаһын яңы йырсылар менән тәьмин итеүсе «Йондоҙ» продюсер үҙәге милләттәшебеҙ Руслан Абдулвәлиев менән берлектә оҫталыҡ дәрестәрен үткәреүҙе үҙ бурысы итеп ҡабул итте. Әйтеп үтергә кәрәк, үҙәктең етәксеһе Илдар Хөснөтдинов 2006 йылда барлыҡҡа килгән «Төньяҡ Амурҙары» башҡорт квн командаһының капитаны һәм ойоштороусыһы ла.

– Команда ағзалары шул тиклем милли рухлы инеләр. Улар сәхнәлә сығыш яһағанда төбәк башҡорттарының бай мәҙәниәтен һәм донъяүи ҡарашын тулыһынса сағылдыра ине. Төрлө милли үҙәктәр араһында уҙғарылған уйындарҙа бер ҙә һынатмай инек. Хатта биш йылға яҡын өлкә чемпионы исемен бирмәнек. Артабан команда ағзалары өлкә йәштәре иттифағын ойоштороу эштәренә ең һыҙғанып тотондолар, — тип хәтерләй Илдар Хөснөтдинов.

Ҡолой ауылында үткән «Танышайыҡ, дуҫтар!» тип аталған КВН уйындары ысын мәғәнәһендә өлкә кимәлендәге сараға әүереде. Унда Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сосновка, Сыбаркүл райондарынан 12 команда, йәғни 127 бала ҡатнашты.

1-се урынғаАҡбаш ауылы мәктәбе командаһы «Аҡбаш Style»лайыҡ булды. 2-се урынды Ҡолой ауылы уҡыусылары командаһы «Яҡшы» һәм Сосновка районының «Нур» командаһы яуланы. 3-сө урынды Дәрүиш мәктәбенең «Шаяндар» командаһы, Ҡоншаҡ районының Бәрис мәктәбе уҡыусылары һәм Хәлит мәктәбенән килеүселәр бүлеште.

«Иң яҡшы егет роле» — Винер Хисмәтуллин, Ҡолой мәктәбе, Арғаяш районы;

«Иң яҡшы ҡыҙ роле» — Эвелина Мөхәмәтова, Байрамғол мәктәбе, Арғаяш районы

«Иң ҡыҙыҡ мәҙәк» — Илфат Ғәлимов, Тахталым мәктәбе, Ҡоншаҡ районы

«Милли колоритлы команда» — «Бүре тоҡомдары» командаһы, Бүре мәктәбе, Ҡоншаҡ районы

«Иң музыкаль команда» — «Алтын» командаһы, Ибраһим мәктәбе, Ҡоншаҡ районы

«Иң дәртле команда» — «Алға» командаһы, Бәжекәй мәктәбе, Арғаяш районы

«Йыл асышы» — «Ҡоротан» командаһы, Ҡоротан мәктәбе, Сыбаркүл районы

«Иң яҡшы команда уйыны» — «Нур» командаһы, Сирүси мәктәбе, Сосновка районы

«Тамашасы һөйөүе» — «Йәйғор» командаһы, Ҡорман мәктәбе, Арғаяш районы

«Команда-стиль» — «Яҡшы» командаһы, Ҡолой мәктәбе, Арғаяш районы.

Еңеүселәр дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән тәрбрикләнде. 1-се урынды яулаусылар Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге, өлкә ҡоролтайы тарафынан республикаға йәйге лагерға бушлай барыу хоҡуғына эйә булған танытма менән бүләкләне.

Ойоштороусылар яңы уҡыу йылында башланасаҡ уйындарға ҡатнашыусыларҙы көтөп ҡала. Киләсәктә Башҡортостанда эшләп килеүсе милли КВН асыҡ лигаһы менән хеҙмәттәшлек итергә, тәжрибә уртаҡлашырға ниәт итә.  

Записи созданы 738

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Похожие записи

Начните вводить, то что вы ищите выше и нажмите кнопку Enter для поиска. Нажмите кнопку ESC для отмены.

Вернуться наверх