Силәбелә әҙәби-музыкаль кисә үтте

Сара өлкә яҙыусыларының Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәнең ойошторолоуына 55 йыл тулыу айҡанлы һәм Башҡортостан республикаһының 100 йыллығына бағышланды.

Силәбе башҡорттарын тәбрикләргә Өфө ҡалаһынан билдәле яҙыусылар һәм шағирҙар килде. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев, «Башкортостан» гәзите хеҙмәткәре, танылған шағирә Лариса Абдуллина, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Үтәбаев һәм йәш шағир Ислам Төхвәтуллиндар милләттәштәре шатлығын уртаҡлашырға тип, бәрәкәтле Силәбебеҙгә аяҡ баҫтылар.

Сара өлкә әҙиптәре һәм Башҡортостан ҡунаҡтары менән түңәрәк өҫтәл артындағы йәнле осрашыуҙан башланды. Унда китаптар баҫтырып сығарыу, милли матбуғат яҙмышы кеүек мөһим һорауҙар ҡаралды. Шулай уҡ ил, милләт, тел һәм башҡорт мәҙәниәтенә ҡағылышлы темалар ҙа ситтә ҡалманы.

Әйтеп үтергә кәрәк, Аҡмулла әҙәби берекмәһе ярты быуаттан ашыу инде урындағы милли шиғриәтте, прозаны үҫтереүҙә ҙур эш башҡара. Ойошма тарафынан өлкәлә төрлө саралар уҙғарыла, йәш таланттар асыла. Шулай уҡ әҙиптәр йәш быуын менән дә әүҙем эшләй. Мәҫәлән, шиғриәт конкурстары уҙғара, башҡорт теле уҡытыусыларының семинарҙарын үткәрә.

Данлыҡлы яҡташыбыҙ Ғәлимов Сәләм исемендәге премия биш йылға бер тапҡыр иң яҡшы тип танылған ҡәләм тибрәтеүселәргә, журналистарға һәм тыуған яҡ тарихын өйрәнеүселәргә тапшырыла. Премияға ҡушып, аҡсалата дәртләндереү ҙә ҡаралған.

Быйыл әҙиптәр Кәтибә Кинйәбулатова исемендәге премия булдырыу тураһында ҡарар ҡабул иттеләр.

Силәбенең Ш.Бабич исемендәге милли китапханаһы янында 1962 йылда әҙәби түңәрәк эш башлай. Ике йылдан һуң ул Муса Йәлил исемендәге әҙәби берекмә статусын ала һәм Силәбе яҙыусылар ойошмаһы ҡарамағына беркетелә.

1970 йылда Силәбе ҡалаһында урыҫ телендә “Усымда – Ҡояш” исемле тәүге шиғри йыйынтыҡ баҫылып сыға. Көньяҡ Урал яҙыусылары һәм Мәскәү шағиры Л.Смирнов тәржемәләре китап уҡыусылар күңеленә хуш килә. 1997 йылдан берекмә мәғрифәтсе-шағир М. Аҡмулла исемендә аталып йөрөтөлә башлай. 2002 йылда башҡорт, урыҫ, татар телле әҙиптәрҙең ижады “Силәбе шишмәләре” исемле әҙәби йыйынтыҡта донъя күрә. Республика баҫмаларында һәм антологияларында ла яҡташтарыбыҙҙың эштәре даими яҡтыртыла килә: “Силәбе моңдары” (Ҡазан, 2007), “Арғаяш башҡорттарының рухи донъяһы” (Силәбе, 2010), “Силәбе башҡорттарының әҙәби антологияһы” (Өфө, 2011), “Дуҫлыҡ тирмәһендә” (Ҡазан, 2012), “Ислам юлдарында” (Ислам университеты, Өфө, 2013) һ.б. 2007 йылда уҡыусылар ижадын туплаған “Тамсыҡай” тип аталған тәүге йыйынтыҡ баҫылып сыҡты. 2009 йылда Ҡонашаҡ районы Тәхтәлем урта мәктәбе уҡыусыһы Мөхәмәтйәнова Альвинаның “Төймә лә бүләк” исемле хикәйәләр китапсығы нәшер ителде. “Ландыштар” (2008), “Тәүге ҡарлуғастар” (2009), “Беҙ – башҡорттар” (2011) исемле балалар ижады баҫмаһы әҙерләнде.

Аҡмулла әҙәби берекмәһе яҡташ яҙыусы-шағирҙарҙың исемен мәңгеләштереүҙә лә ныҡышмалыҡ күрһәтә: 2004 йылда Ҡонашаҡ районында Ҡ.Даян, 2011 йылда Сосновка районында Ғ.Сәләм, 2012 йылда Арғаяш районында К.Кинйәбулатова исемендәге әҙәби премиялар булдырылды. Йыл һайын үткәрелә килгән, изге йолаға әүерелгән Арғаяшта С.Юлаев һәйкәле эргәһендә башҡорт шиғриәте, Сосновкала Ғ.Сәләм ижадына арналған әҙәбиәт байрамдары милләттәштәребеҙ күңелен илһамландырыуҙан туҡтамай. Талиптар һәм уҡыусылар араһында тасуири шиғыр уҡыусылар бәйгеһе даими ойошторола. 2016 йылда Силәбе еңел сәнәғәт промышленносы техникумында уҙғарылған әҙәби кафе (С.Чекмарев ижадына бағышланған) тамашасылар тарафынан йылы ҡабул ителде.

Үҙ дәүерендә был әҙәби берекмә 11 әҙәби берләшмәгә ҡанат ҡуйҙы. Яҙыусылар һәм Журналистар Союзы ағзалары составын тулыландырҙы: Басир Рафиҡов, Камил Мостафин, Ғәзиз Кашапов, Сәлисә Гәрәева, Ирек Сабиров, Рамазан Шәғәлиев, Фирҙәүес Бәширова, Луиза Зәкирйәнова, Рәшит Хәкимов, Ҡамса Мортазин, Урал Ҡолошов.

Аҡмулла әҙәби берекмәһе Башҡортостан, Татарстан Яҙыусылар Союзы һәм өлкә яҙыусылар ойошмаһы менән тығыҙ бәйләнештә эш алып бара, яңы таланттарға юл аса.

Записи созданы 738

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Похожие записи

Начните вводить, то что вы ищите выше и нажмите кнопку Enter для поиска. Нажмите кнопку ESC для отмены.

Вернуться наверх