Күптән түгел Силәбе ҡалаһында 112-се башҡорт атлылар дивизияһы яугирҙәре хөрмәтенә арналған кисә уҙғарылды. Сарала данлыҡлы милләттәштәребеҙ яҙмышына байҡау яһалды, ойоштороусылар, Силәбе өлкәһе йәштәре иттифағы, атлылар дивизияһы тарихы менән таныштырҙы. Шулай уҡ кисәгә батырҙарҙың туғандары саҡырылды.
«Урал батырҙары» тип аталған кисә һәр кемде сал тарихҡа алып ҡайтты. Башҡорт атлыларының ҡаһарманлығын яҡтыртҡан хәтирәләр тамашасыларҙы битараф ҡалдырманы.
Сараны 112-се башҡорт атлылары хөрмәтенә Арғаяш ауылында ҡуйыласаҡ һәйкәл проекты авторы, тарихсы Йосоп Ҡунаҡбаев асты. Йосоп Тимерхан улы үҙенең сығышында: «Дон йылғаһынан алып Эльбаға тиклем 4 мең саҡрымды һыбай үтеп, 78 Советтар Союзы геройы һәм 5 Дан ордены кавалеры исеменә лайыҡ булыусы милләттәштәребеҙ менән ғорурланыр кәрәк”, – тип белдерҙе. Ысынлап та, был тиклем геройҙар һәм 4 хәрби ореднлы байраҡ барлыҡ Ҡыҙыл армия сафындағы дивизияларҙа булмаған!
Тарих фәндәр кандидаты Рәшит Хәкимов легендар дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатовтың һаман да герой тип танылмауы тураһында әсенеп һөйләне. «Үҙ батырҙарыбыҙҙы үҙебеҙ күтәрергә тейеш», – тип өндәште ул залда ултырыусы йәштәргә.
Был яуһыҙ һуғыш бер ғаиләне лә урап үтмәй. Кисәлә сығыш яһаусы филология фәндәре кандидаты Флүзә Ғайсинаның да олатаһы данлыҡлы дивизия сафында һуғыша итә. Уның тураһында мәғлңмәт хатта китапҡа ингән.
Силәбе өлкәһе батырҙары ла башҡорт дивизияһында һуғышҡан. Мәҫәлән, Сосновка районы Мамай ауылы егете Байғужа Сәйетғәлин 313-сө кавалерия полкын етәкләй. Уның ҡул аҫтындағы яугирҙәр командиры исеме менән яуға ташлана. Силәбе батырының туғандары бөгөнгө көндә лә уның тыуған ауылында йәшәй. Улар тәү сиратта Байғужаның кешелек сифаттарын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Башҡаларҙы ҡайғыртыусы, милли рухлы булған икән Көньяҡ Урал егете. Шулай уҡ уның нәҫелендәге барлыҡ ир-егеттәр Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы һирәктәре генә кире әйләнеп ҡайта. Байғужа ла үҙе лә яу яланында ятып ҡала.
Йәш милләттәшебеҙ Радмир Сәғитов әлеге ваҡытта хәрби хеҙмәтен башҡара. Кисәлә ул үҙенең яҡташы Таһир Күсемов тураһында бәйән итте һәм сығышын ҡурай моңо менән тамамланы. Артабан сарала ҡатнашыусыусылар Силәбе әҙибе Ҡадир Даян ижад иткән «Шайморатов генерал» йырын күмәкләп башҡарҙы.
Нурия Иҡсанова, «Уралым» гәзитенең баш мөхәррире
Ринар Манапов — дизайнер