Башҡортостандың Нефтекама ҡалаһында үткән XVI Халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестивалендә Көньяҡ Урал артистары ла ҡатнашты.
Ике туғандаш халыҡтың дуҫлыҡ ептәрен нығытыу, тәжрибә уртаҡлашыуҙы маҡсат итеп ҡуйған сарала йәмғеһе 52 йырсы ҡатнашты. Улар Башҡортостандан, Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларынан һәм Ырымбур, Кемеров, Ульянов, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән, Пермь крайынан, Татарстан, Удмурт, Белорус, Ҡазахстан, Ҡырғыҙстан республикаларынан килгәндәр.
Ике турҙа уҙған йыр бәйгеһендә конкурсанттар башҡорт һәм татар халыҡ көйөн һәм замана милли эстрадаһы репертуарынан йыр башҡарҙы.
Жюри конкурстың һөҙөмтәһен иғлан иткәс, ҡатнашыусылар билдәле сәхнә әһелдәренән оҫталыҡ дәрестәре алды.
Силәбе өлкәһенән килгән Гөлли Фәхриева – II, ә Алина Байгилдина һәм Һатҡы ҡалаһы һылыуы Гөлшат Күскилдина III дәрәжәле дипломға эйә булдылар.
Артур Фәхриев, Силәбе ҡалаһы