Көньяҡ Уралда йәшәүсе милләттәшебеҙ Фатима Мәжекәева 77 йәшендә генә бала саҡтан уҡ күңел түрендә йөрөткән шиғырҙарын халыҡҡа сығарырға йөрьәт итә. Уның «Аҡ ҡайындар» тип аталған китабы ошо көндәрҙә донъя күрҙе.
Фатима Сафа ҡыҙы Мәжикәева 1940 йылдың 20 майында Сосновка районының Мамай ауылында донъяға килә. Ғаиләлә алты бала тәрбиәләнә. Атаһы оҙаҡ йылдар «Большевик» колхозы рәйесе булып эшләй. 53 йәшендә генә мәрхүм булып ҡала. Әсәһе Бибисара балалары күңелендә тормошҡа һөйөү уята килә. Ураҡтан да ҡалмай, ҡолас ташлап бесән дә саба.
Бәләкәй Фатима һарыҡ көтөүгә урынлаша. Шул ваҡыттарҙа уҡ уның күңеленә илһам ҡошо инеп оялай. Көнө буйы һарыҡ-бәрәстәр менән тәбиғәт ҡосағында булыу, йырсы ҡош моңдарын отоу, осраған һәр бер саф шишмәләр һыуын тәмләү – былар барыһы ла кескәй ҡыҙ йөрәгенә матурлыҡты тоя белеү хисе бөркә.
Тормош иптәше менән бәхетле ғүмер кисерҙеләр. 5 балаға ғүмер биреп, хәстәрлекле өләсәй һәм олатай бәхете лә татыны улар.
Фатима ханым уҙғарыла килгән төрлө төбәк-ара йыр һәм әҙәби конкурстар лауреаты ла. Хөрмәтле ағинәйебеҙ Сосновка районы әҙәби берләшмәһенең әүҙем ағзаһы. Тыуған яғы тарихының һәм туған теленең тоғро һаҡсыһы ла!
Барлыҡ гәзит уҡыусылары исеменән телһөйәр ағинәйебеҙгә артабан да ижади уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек теләп ҡалабыҙ!
Хужаһы ҡайҙа?
Ауылдаштың йәблек баҡсаһында
Аҡ ҡайынҡай үҫә шаулашып.
Шул ҡайында ҡоштар сутылдаша,
Кем уҙарҙан моңдо һайрашып.
Ҡасан ҡайтып инер өй хужаһы,
Әсәһенән килеп һөйҙөрөр?
Йөрәгенән бәргән эҫе ялҡын
Әсә күңелдәрен көйҙөрҙө…
Аҡ ҡайындар
Япраҡтарын яра аҡ ҡайындар,
Хуш еҫтәрен бөркә яланға.
Шул яландан килә моңдар
Алып ҡайта бала саҡтарға.
Япраҡтарын ҡоя аҡ ҡайындар,
Көҙ еткәнен иҫкә төшөрә.
Алтын көҙҙәр, ярһыу яҙҙар
Балаларҙы иҫкә төшөрә.
Ҡайғы күргән ҡатын
Иртә тороп тышҡа сыҡһам,
Ҡоһоҡтарҙы* буран осора.
Йөрәгенән түҙә алмай,
Яңғыҙ ҡатын йырлай-йырлай,
Ҡайғыларын елгә осора.
*Иней
Яңғыҙ әбей
Ауырлыҡҡа һис бирешмәй ул,
Яңғыҙ ғына ғүмер кисерә.
Ҡара таңдан – аяҡ өҫтө,
Эшкә әүрәп ваҡыт үткәрә.
Иңбашына салғы һалып,
Ялан урманына юл тота.
Ағас, сәскә араһында
Яңғыҙлығын хатта онота.
Тирләп-бешеп ялға туҡтай
Сәйгүн элгән таған янына.
Сәй эсеүе лә ҡабалан:
Көтөп ята салғы тағы ла.
Байый ҡояш, көтөү ҡайтыр,
Асыр кәрәк малға ҡапҡаны.
Таныш һуҡмаҡтан елдертә
90 йәшлек әбей табаны…